Быйыл Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә мөлкәт һалымын түләү өсөн берҙәм ваҡыт билдәләнгән. Уны 1 декабрҙән дә ҡалмай түләү мөһим. Исемлектә транспорт һәм ергә һалым да бар. Мөлкәт һалымын үҙ милектәрендә фатир, бүлмә, гараж, машина ҡуйыу урыны, берҙәм күсемһеҙ комплекстары, төҙөлөп бөтмәгән обьекттары һәм башҡа биналары булған физик шәхестәр түләй.
Ваҡытында иҫәпләшмәгән өсөн һәр бер календарь көн өсөн пеня өҫтәлә бара. Һалым органы бурысты эшләп йөрөүселәрҙең эш хаҡынан тотоп ҡалыу тураһында предприятиеға хәбәр итеү, илдән сығыуҙы сикләү хоҡуғына ла эйә. Һалым түләмәгән өсөн физик шәхестәргә штраф һалынмай, пеня ғына арта.