+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 14:13

14 йәшлек ҡыҙҙың хәле насарайған: уҡыусы дауаханала үлгән

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 14 йәшлек Өфө ҡыҙының үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторған.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 14 йәшлек Өфө ҡыҙының үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 22 октябрҙә өс үҫмер Өфөнөң «Ғаилә» сауҙа үҙәгенең бәҙрәф бүлмәһенә ингән. Ниндәйҙер мәлдә 14 йәшлек ҡыҙ аңын юғалтҡан. Эргәләге кешеләр «ашығыс ярҙам» саҡыртҡан.
Табиптар уҡыусыны дауаханаға алып киткән. Реанимация сараларына ҡарамаҫтан, ул, аңына килмәйенсә, шул көндө үк вафат булған.
«Ваҡиға урыны тикшерелгән. Шаһиттарҙан һорау алына. Үҫмерҙең үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетында.
Рәсми раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, үҫмерҙәр газ баллоны менән шаярған.
Читайте нас: