0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 13:57

2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе.

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе. РИА-Новости, беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәренә таянып, «бюджет инфляция һалымы эш хаҡын, пенсияны, һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны ашамаҫлыҡ итеп төҙөлгән» тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Беренсе канал эфирында һуңғы алты йылда бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡының һиҙерлек артыуын да билдәләне.
Бюджет проекты 23 октябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡарала.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан статистиктары 2019 йылдың икенсе кварталында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әйтәйек, балалар баҡсаһында тәрбиәсенең уртаса айлыҡ эш хаҡы – 29 576 һум, уҡытыусыларҙың – 31 982 һум. Республикала табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡына килгәндә, быйыл икенсе кварталда ул 64 089 һумдан ашты. Шәфҡәт туташтарының эш хаҡы ике тапҡырға аҙыраҡ – уртаса 32 238 һум.
Читайте нас: