Тантаналы сара бөгөн Евразия гуманитар форумы сиктәрендә үтте. Дәүләкән ҡалаһынан Рәфис хәҙрәт Сафин әйтеүенсә, дини өлкәлә эшмәкәрлекте камиллаштырыу өсөн даими белем алыу кәрәк.
“Был уҡыу йортон тамамлауыма шатмын. Киләсәктә дини хеҙмәт һәм мөғәллимлек менән мәшғүл буласаҡмын”, - ти Зиләрә Рафиҡова.
Евразия гуманитар форумында 16 илдән вәкилдәр, ғалимдар, белгестәр ҡатнаша. Әлеге минуттарҙа «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» исемле фәнни-практик конференция бара.