Өфөлә ялған алкоголь эсемлектәр һатыусы тотолған. Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү барышында этил спирты нигеҙендә етештерелгән 850 литрға яҡын ялған араҡының законһыҙ сауҙа әйләнешен туҡтатҡан.
Һатыусы запас эсемлектәрҙе йортонда 1471 ярты литрлы шешәләрҙә һәм 75 литр ярымлы полимер баллондарҙа һаҡлаған булған. Әлеге продукция күләме өсөн контрафакт менән сауҙа итеүсе 313,5 мең һумдан ашыу аҡса алырға тейеш булған. Суд ялған араҡыны юҡ итергә ҡарар сығарған.
Хөкөм ителеүсегә 2 миллион һум күләмендә штраф һалынған. Ул бер йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.