+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 19:34

Башҡортостанда йәшәүселәр ялған шылтыратыуҙар өсөн 300 мең һумға яҡын аҡса түләгән

Шаярырға яратыусылар “02” телефоны буйынса бәйләнешкә сығып, бомба һалыныуы тураһында хәбәр иткән.

Шаярырға яратыусылар “02” телефоны буйынса бәйләнешкә сығып, бомба һалыныуы тураһында хәбәр иткән. Ашығыс медицина хеҙмәтен йәки ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡан. Һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың нимә эшләүен күҙәтеп торған.
Быйыл 9 айҙа 270 кеше махсус хеҙмәттәргә ялған хәбәр еткергән. Суд приставтары уларға 300 мең һумға яҡын штраф һалған. Алдашырға яратыусыларға бер мең-мең ярым һум яза ҡарала.
16 йәше тулғандарға штраф һалына. Ә бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәләре административ яуапҡа тарттырыла.
Читайте нас: