-24 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
24 Октября 2019, 13:00

Республикала 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы дәүләт гарантиялары программаһы 6,5% арттырылды

Башҡортостанда 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы 58 миллиард 89 миллион һум күләмендә раҫланды – ағымдағы йылдың суммаһынан 6,5% күберәк

Башҡортостанда 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы 58 миллиард 89 миллион һум күләмендә раҫланды – ағымдағы йылдың суммаһынан 6,5% күберәк. Был турала «Башинформ» агентлығында дарыуҙар менән тәьмин итеү хаҡында матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау министрының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ольга Горбацевич хәбәр итте.
2019 йылда программаның хаҡы ике финанслау сығанағынан 67 миллиард һум булды. Шуның 52 миллиарды мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһы буйынса күсте. Бюджет финанслауы йәһәтенән ҡытлыҡ 0,1% (23 миллион һум) тәшкил итте, ләкин сентябрҙә бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң өҫтәмә аҡса бүленде.
Быйыл тәүге тапҡыр онкология буйынса айырым норматив билдәләнде, тип хәтергә төшөрҙө министр урынбаҫары. Республика Башлығы указы менән онкология сирҙәрен иртә асыҡлауҙы дәртләндереү өсөн дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында диагноздар ҡуйған табиптарға 5 мең һум премия тәғәйенләнә. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса 2785 раҫланған осраҡ өсөн 1633 медик түләүҙәр алды.
Йыл башында дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 1,7 миллиард һум бүленде. 2020 йылға сумма 2,5 миллиард һумға арттырылды. Медицина учреждениеларынан ғаризалар йыйылды һәм рәсмиләштерелде, конкурс процедуралары тейешле ваҡытта үтергә тейеш, тине министр урынбаҫары.
Читайте нас в