Быйылғы көҙ Башҡортостан халҡын йылы көндәре менән ҡыуандыра. Өфөләр дүртенсе «әбейҙәр сыуағы»н иҫәпләне. Бөгөн республикала көн һәйбәт була. Синоптиктар фаразы буйынса, кесаҙнанан йомаға ҡарай төндә яуым-төшөм көтөлмәй, ә термометр бағанаһы +2, +7 градустан түбән төшмәй. Көндөҙ һауа +12 градусҡаса йылына.