+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 18:51

Башҡортостанда көндөҙ «тынлыҡ сәғәте»н индереүҙәре ихтимал

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыуға ҡағылышлы яңылыҡ индерергә йыйыналар.

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыуға ҡағылышлы яңылыҡ индерергә йыйыналар. Республика парламенты көндөҙ шаулауҙы тыйған яңы закон проектын әҙерләүҙе тикшерҙе.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев үҙҙәренә кескәй балаларҙың ата-әсәләре ремонт яһаған күршеләренә ялыуҙар менән йыш мөрәжәғәт итеүен билдәләне. Шау-шыу йәш әсәләргә балаларын көндөҙ йоҡлатырға ирек бирмәй. Ҡала шарттарында көн уртаһында «тауышты бөтөрөү» – төҙөлөштө, транспорт, техника эшен туҡтатыу мөмкин түгел, ләкин был талап ителмәй ҙә, тип аңлатты ул. Халыҡ күп фатирлы йорт эсендә барған шаулы ремонт эштәренә зарлана.
Ҡануниәткә ярашлы, эш көндәрендә – киске 11-ҙән иртәнге 7-гә, ял һәм байрам көндәрендә киске 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем шау-шыулы эштәр һәм күңел асыу тыйыла. Әле депутаттар Башҡортостанда көндөҙ «тынлыҡ сәғәте»н законлаштырырға теләй. Парламентта билдәләүҙәренсә, бер нисә юридик нюанс бар, ләкин башҡа төбәктәр ошо проблеманы хәл итеү тәжрибәһенә эйә, шуға күрә депутаттар коллегаларының тәжрибәһен өйрәнергә йыйына.
Читайте нас: