+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2019, 00:14

Бөгөн Өфөлә ауыл хужалығы эшсәндәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Федоровка районынан Гүзәл Хәбибуллина һәм Дәүләкән районынан Фәрзәнә Имамбаева Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды. Улар икеһе лә һауынсы.
Йылды уңышлы тамамлайбыҙ. Башҡортостан халҡының өҫтәлендә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек булһын өсөн тырышабыҙ, тине “Юлдаш” радиоһына биргән интервьюһында республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов. Әйткәндәй, аграр тармаҡ етәксеһенә лә Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исем тапшырылды.
Бөгөн ауыл хужалығының ҡырҡ хеҙмәтсәне юғары дәүләт бүләгенә лайыҡ булды.
Читайте нас: