Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2019, 00:10

Дәүләкән районында социаль объекттарҙы юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырыу тамамланған

Ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары, мәктәп һәм янғын һүндереү частаренән глобаль киңлеккә сығырға була.

Ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары, мәктәп һәм янғын һүндереү частаренән глобаль киңлеккә сығырға була. Был турала беҙгә мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.
“Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль программаһы “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” Милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Хәҙер ауыл фельдшерҙары Интернет ярҙамында пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа ала. Мәктәп уҡыусыларына иһә күберәк мәғлүмәт алыу форсаты тыуа.
2021 йыл аҙағына тиклем республикала 3 меңгә яҡын социаль объект глобаль селтәргә тоташтырыла.
Читайте нас: