+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 17:47

Башҡортостанда министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың яңы етәкселәре тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә уның яңы составын иғлан итте, структуралағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләне һәм министрлыҡ-ведомстволарҙың яңы етәкселәре менән таныштырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә уның яңы составын иғлан итте, структуралағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләне һәм министрлыҡ-ведомстволарҙың яңы етәкселәре менән таныштырҙы. Республиканың яңы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде.
Максим Забелин — һаулыҡ һаҡлау министры, Әминә Шафиҡова — мәҙәниәт министры, Геннадий Разумикин — һанлы үҫеш министры, Руслан Хәбибов — йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, Александр Шельдяев — сәнәғәт һәм энергетика министры, Римма Бойцова — Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Денис Булатов — Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты, Фәрит Ғүмәров — Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Алексей Гусев — Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Руслан Мирсаяпов — Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Тимур Мөхәмәтйәнов — Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Салауат Нафиҡов — Туризм буйынса дәүләт комитеты, Борис Мелкоедов — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Азат Йыһаншин — ветеринария идаралығы, Илһам Фәтҡуллин архив эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләнде
«Түбәндәге министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре федераль министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа һөйләшеп килешеүҙәр тамамланғансы вазифа башҡарыусы статусында эшләй: Лира Иғтисамова — финанс министры вазифаһын башҡарыусы, Урал Искәндәров — тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы, Айбулат Хажин — мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы, Марат Шәрәфетдинов — урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы, Марат Әхмәҙуллин – Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Светлана Бурдюк — Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Владимир Спеле — Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Илдар Шафиҡов — Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Альберт Яримов — мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы. Федераль министрлыҡтарҙың етәкселәре һеҙҙе тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе, уларҙан рәсми документар көтәбеҙ, документтар килеү менән вазифа башҡарыусы тигән һүҙ алып ташлана», — тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров.
Кадрҙар сәйәсәте күсәгилешлеге һаҡланды һәм алда хөкүмәтте ҙур бурыстар көтә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Читайте нас: