-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
28 Октября 2019, 14:10

Радий Хәбиров Башҡортостандың бер нисә министрлыҡ-ведомствоһының исемдәрен үҙгәртте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика башҡарма власть органдарының яңы структураһы билдәләнгән указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика башҡарма власть органдарының яңы структураһы билдәләнгән указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма органдары структураһында хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, дүрт идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы бар.
«Министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың күпселек өлөшө үҙҙәренең исемен, структураһын һәм етәкселек составын һаҡлап ҡалды, — тип билдәләне Радий Хәбиров 28 октябрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. – Ләкин ҡайһы бер үҙгәрештәр бар».
Әйтәйек, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына һәм Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитетына бүленде.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тип үҙгәртелде.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәҙер Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип атала.
Мәғариф министрлығы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тип үҙгәртелде.
Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығы тип атала.
Башҡортостан Республикаһының Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты республиканың Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тип үҙгәртелде, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Читайте нас в