-7 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
29 Октября 2019, 18:21

«Беренсе бала өсөн 300 мең» программаһында ҡатнашыусыларҙың аҡсаны ҡасан аласағы билдәле булды

Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана.

Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана. Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге сабыйы тыуған ғаиләләрҙең 300 мең һумлыҡ «сертификат» (дөрөҫөндә ул «таныҡлыҡ» тип атала) алыу хоҡуғы бар ине. Уның менән ипотека түләргә, фатир һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин. Ҡатнашырға теләгәндәр күп булғас, таныҡлыҡтарҙы бер нисә этапҡа бүлергә тура килде.
Беренсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратҡа баҫҡан ғаиләләр. Уларға 200 миллион һум кәрәк. Ошо ғаиләләр өсөн документтар яңыртыла, 2019 йылдың ноябрендә барыһы ла әҙер була. Ата-әсәләргә мохтажлыҡ тураһында белешмәне һәм башҡа документтарҙы яңыртырға кәрәк. Бының өсөн хакимиәтегеҙҙең иҫәп һәм торлаҡ бүлеү бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда бөтә һорауҙарығыҙға ла яуап бирерҙәр.
Икенсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренән һуң иҫәпкә торған 1880 ғаилә. Бының өсөн 564 миллион һум талап ителә. Был аҡса республиканың киләһе йылға бюджетында ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе йылға бюджетты раҫлағас ҡына сертификаттар һорап мөрәжәғәт итергә ярай. Ошо этап сиктәрендә сертификаттарҙы 2020 йылдың башында уҡ алырға мөмкин булыр тип күҙ уңында тотола. Шулай итеп, ваҡытында ғариза биргән бөтә ғаиләләргә лә таныҡлыҡтар тапшырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «сертификат»ты алған көндән башлап туғыҙ ай эсендә тотонорға мөмкин. Йорт йәки фатир Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Читайте нас в