Юл хаҡы өсөн түләүҙе бер күләмдә билдәләгәс, ҡайһы берәүҙәр махсус рәүештә ҡулаҡса өсөн ташлама индерә башланы. Йәғни, карта менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы 25 һум буласаҡ, ә “тере” аҡса менән – 20 тәңкә. Уларҙың хәйләле алымына ҡаршы республика етәкселеге ниндәй сикләү индерер икән?
Ә дәүләт предприятиеһы “Башавтотранс”, киреһенсә, “Алға” картаһы менән иҫәпләшеүселәрҙе хуплай. Был автобустарҙа ҡулаҡса менән түләгән осраҡта юл хаҡы 5 һумға ҡыйбатыраҡ килеп сыға.