-28 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
30 Октября 2019, 11:07

Башҡортостанда «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, культура һәм мәҙәниәт үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, культура һәм мәҙәниәт үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Республика исеменән автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыусылар – Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Торатау конгресс-холы».
Документҡа ярашлы, үҙәккә ойошманың уставын әҙерләп, раҫлауға тапшырыу һәм уны Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында теркәүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО-ның 15-се конференцияһында тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы.
Артабан эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү һәм туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн «Торатау» геопаркының инфраструктураһын үҫтереү бурысы тора.
Читайте нас в