+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 11:53

Пенсияны яңынан иҫәпләнеләр ҙә, аҡса артты, ти ҡайһы берәүҙәр.

Пенсияны яңынан иҫәпләнеләр ҙә, аҡса артты, ти ҡайһы берәүҙәр. Бының өсөн ни эшләргә кәрәк һуң?

Пенсияны яңынан иҫәпләнеләр ҙә, аҡса артты, ти ҡайһы берәүҙәр. Бының өсөн ни эшләргә кәрәк һуң?
Белгестәр аңлатыуынса, Пенсия фонды йыл һайын 1 августа эшләгән пенсионерҙарҙың керемдәрен иҫәпкә алып, пенсияларын ҡабаттан иҫәпләй. Ҡараусыһыҙ ҡалған өсөн билдәләнгән пенсия ла августа ҡарала. Шулай уҡ пенсионерға 80 йәш тулғас, инвалидлыҡ төркөмө үҙгәргән осраҡта, пенсияның суммаһы бүтән булырға мөмкин. Был осраҡта пенсияны ҡабат иҫәпләһендәр өсөн айырым ғариза яҙырға кәрәк түгел.
Алыҫ Себерҙә эшләп ҡайтыусылар, ҡараусыһыҙ ҡалғандарҙың категорияһы үҙгәргәндә (атай-әсәһе икеһе лә вафат булғанда), ғариза нигеҙендә пенсияны ҡабат иҫәпләйҙәр. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, 2015 йылға тиклем пенсияға сыҡҡан кешеләр ҙә аҡсаһын ҡабат иҫәпләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Был осраҡта пенсия бүлеге белгестәре пенсияны кеше өсөн отошлораҡ вариант буйынса иҫәпләй.
Читайте нас: