+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 17:26

Республиканың төп һалым инспекцияһы эш сәғәттәрен оҙайтты

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 40-сы район-ара инспекцияһы Башҡортостанда йәшәүселәр мөлкәт һалымын түләп өлгөрһөн өсөн эш сәғәттәрен оҙайтты.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 40-сы район-ара инспекцияһы Башҡортостанда йәшәүселәр мөлкәт һалымын түләп өлгөрһөн өсөн эш сәғәттәрен оҙайтты. Республика төп һалым инспекцияһының офисы Өфөлә, Коммунистик урамындағы 59-сы йортта урынлашҡан. Түләү ваҡыты — 2 декабрь.
1 ноябрҙән 6 декабргә тиклем инспекция эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә, шәмбе 9 һәм 23 ноябрҙә иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем эшләй. Унда белдереү ҡағыҙҙары, реквизиттар, консультациялар алырға мөмкин.
Быйылдан һалым хеҙмәте һалым түләүсенең шәхси кабинетын теркәгәндәр өсөн электрон белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башлай. 2018 йылда Федераль һалым хеҙмәте ҡағыҙ белдереү ҡағыҙҙарын әҙерләү һәм почта аша ебәреү өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонған.
Читайте нас: