-30 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
1 Ноября 2019, 17:44

Башҡортостан пенсионерҙарына һәм инвалидтарына туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплайҙар

13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башлана.

13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башлана.
Башҡортостанда эске һәм ситтән килгәндәрҙе ҡабул итеү туризмын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ярҙамында юлламаны өлөшләтә субсидиялау өсөн шарттар булдырылды.
Сертификаттар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың теркәлгән урыны буйынса «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә бирелә.
«Эксперт советы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһында маршруттар буйынса пенсионерҙар, инвалидтар өсөн 131 социаль тур һайлап алды, — тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 1530-ға яҡын кешене 12,8 миллион һумлыҡ туристик юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана».
Ошо программаны бойомға ашырыу тураһында мәғлүмәт менән тулыраҡ министрлыҡ сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас в