Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле рәсәйҙәрҙе алда бер юлы өс ял көнө көтә.
4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – Рәсәйҙә байрам көнө тип иҫәпләнә.
«Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө дүшәмбегә тура килә. Йома 1 ноябрҙә эш көнө ҡыҫҡартылмай», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2,3 һәм 4 ноябрь ял көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, тип өҫтәнеләр ведомствола.