-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
1 Ноября 2019, 14:49

Республикала йәшәүселәрҙең йорттарына газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостан хөкүмәте халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибен раҫланы.

Башҡортостан хөкүмәте халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибен раҫланы.
Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшкә эйә булған һәм түбәндәге категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарының ошондай сертификат алыуға хоҡуғы бар.
— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;
— Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм хәрби бәрелештәр инвалидтары;
— инвалидтар;
— инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр;
— күп балалы ғаиләләр.
Шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби бәрелештәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң.
Торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҙә (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булһа) ошондай 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.
Шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында алырға була.
Читайте нас в