-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 14:23

Республикала яңы федераль закон изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусыларҙы мутлашыусыларҙан яҡлай

Хәҙер изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу сәфәрҙәрен ойоштороу менән дини ойошмалар ғына шөғөлләнергә хоҡуҡлы.

Хәҙер изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу сәфәрҙәрен ойоштороу менән дини ойошмалар ғына шөғөлләнергә хоҡуҡлы. Сәйәхәттәрҙең был төрө «Рәсәйҙә туристик эшмәкәрлек нигеҙҙәре тураһында»ғы закондың ғәмәленән сығарылды. Тейешле документ 1 ноябрҙән көсөнә инә.
«Хаҡ динле мосолман ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла Мәккәгә хаж ҡылырға тейеш тип иҫәпләнә.Турҙың уртаса хаҡы 180 мең һум тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, күптәр ошондай сәфәргә аҡсаны йылдар буйына йыя. Ҡиммәтле турҙар мутлашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Һуңғы ике йылда ғына республикала 140-ҡа яҡын мосолман мутлашыусыларҙын зыян күрҙе. Башҡа дини конфессия вәкилдәре лә изге урындарға сәфәргә сыға һәм намыҫһыҙ ойоштороусыларға осрай», — тип билдәләне парламент спикеры.
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ғибәҙәт ҡылыусылар, элекке кеүек үк, үҙаллы сәйәхәт итергә мөмкин.
«Сәфәреңде ойоштороу менән үҙаллы шөғөлләнергә лә була, ләкин коллектив турҙы һайлаһағыҙ, дини ойошмаларға йәки уларҙың ошо маҡсат өсөн булдырылған ойошмаларына ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк».
Читайте нас: