-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 18:48

Йәнә помидор, ҡыяр, йомортҡа ҡиммәтләнде

Башҡортостанда 21 октябрҙән 28-енә тиклем ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде

Башҡортостанда 21 октябрҙән 28-енә тиклем ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде. Был хаҡта һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса Башстат аналитиктары белдерҙе.
Помидор һиҙелерлек ҡиммәтләнде. Уның хаҡы 9,8 % артты һәм әлеге мәлдә бер килограмы уртаса 79,01 һум тора. Тауыҡ йомортҡалары 3,4% ҡыйбатланды. Уртаса хаҡы – 52, 61 һум. Бөртөклө ҡара сәйгә (+1,8%), яңы өлгөргән ҡыярға (+1,4%, бер килограмы – 70,32 һум), ҡарабойҙай ярмаһына (+1, 2%, бер килограмы — 45,81 һум) хаҡ артты, тип хәбәр итте Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башстат).
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайҙы. Башлы һуғандың хаҡы 6,5% түбәнәйҙе һәм хәҙер уның бер килограмы 19,23 һум тора. Шулай уҡ тары ярмаһына (3%, бер килограмы — 67,55 һум), пастеризацияланған һөткә (1,3%, бер литры — 46,85 һум), алмаға (2,7 %, бер килограмы — 69,56 һум) хаҡ төштө.
Читайте нас: