Мөмкинлектәр уңайлымы? Өфөлә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре юл хужалығы белгестәре менән троллейбустарҙың инвалид граждандарҙы йөрөтөүгә әҙерлеген тикшерҙе. Эш һөҙөмтәһендә транспорт туҡталышы майҙандарында байтаҡ етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды. Мәсьәләне хәл итеү өсөн күләмле үҙгәрештәр талап ителә. Электр транспорты сараларын яңыртыу, юл буйындағы ағастарҙы ҡырҡыу һәм башҡа аҙымдар
Юлдарға ҡар төшөү менән мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың хәрәкәтенә тағы ла мәшәҡәттәр өҫтәлде. Баш ҡалала йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө ведомство вәкилдәре һалҡын миҙгелдә транспорт инфраструктураһының әҙерлеген тикшереүгә сыҡты. Тәү сиратта, троллейбустарҙа инвалидтар өсөн ҡаралған шарттар, туҡталҡалар участкалары иғтибар үҙгендә булды.
Инвалидтар өсөн ҡаралған махсус баҫҡыстар боҙлауыҡта айырыуса хәүеф тыуҙыра. Коляскала ултырған пассажирға кемдер ярҙам итмәһә улар урамда тороп ҡалыуы ла ихтимал.
Туҡталыш майҙандарында, транспорт эсендә булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәмәлгә ашырыла торған маҡсаттарҙан түгел. Троллейбусҡа махсус бордюрға яҡын туҡтар өсөн уңайлы шарттар талап ителә. Хәрәкәткә юл һыҙатындағы ағастар ҙа ҡамасаулай.
Марина Кулешова, троллейбус водителе: “Бордюрға яҡын туҡтау мөмкин түгел, бының өсөн ярты метрға булһа ла контакт сымдарын уң яҡҡа күсерергә кәрәк”.
Ағастарҙан тыш, троллейбус сымдарының хәрәкәтен светофорҙар тотҡарлай. Уңайлы мөхит булдырыр өсөн светофорҙарҙы аҙ булһа ла юғары күтәреү зарур, сөнки әлегә күп туҡталыштарҙа улар электр сымдары менән бер тигеҙ бейеклектә урынлашҡан.
Александр Никишин, бәйләнеш селтәре бүлеге етәксеһе: “Күреүегеҙсә, светофор менән троллейбус линиялары бер кимәлдә урынлашҡан. Линияларҙы алыштырған ваҡытта электрҙан сфетофор ҙа, троллейбус та зыян күреүе ихтимал. Шуға ла светофорҙы өҫкәрәк күтәреү юлы ғына ҡала”.
Юл тармағы хеҙмәткәре, баш ҡалала хәрәкәт иткән троллейбустарҙың иҫке булыуын да йәшермәй. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар ҡулланған троллейбустар Өфө өсөн бик аҙ.
Радик Зарипов, Өфө электр транспорты муниципаль идаралығы директоры урынбаҫары: “Бөгөнгә көндә баш ҡала юлдарында туҙған электр транспорт саралары хәрәкәт итә. Трамвайҙарҙың – 98, троллейбустарҙың 96 проценты иҫке. 2013 йылда заманса 16 троллейбус ҡына һатып алынды. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән транспорт сараларын арттырыу талап ителә”.
Рейд барышында асыҡланған етешһеҙлектәр кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаларына тапшыраласаҡ. Ярҙамға мохтаж пассажирҙарҙың мәсьәләһен хәл итеүгә төрлө ведомстволарҙы йәлеп иткәндә генә ниндәй ҙә булһа ла һөҙөмтәләргә өмөт итергә була. Уңайһыҙ мөхит – ул инвалидтың шәхси проблемаһы ғына түгел, мәсьәлә тәү сиратта чиновниктарҙың һәм тотош йәмғиәткә ҡағыла.