+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2019, 01:06

Мәғариф министрлығы төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларға бүләктәр өсөн 1 миллион һумдан ашыу тотонорға әҙер

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы татлы бүләктәргә һәм уйынсыҡ ҡомаҡтарға бер миллион һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса тотонорға әҙер.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы татлы бүләктәргә һәм уйынсыҡ ҡомаҡтарға бер миллион һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса тотонорға әҙер. Ведомство дәүләт һатып алыуҙары сайтында аукционға ике ғариза урынлаштырҙы: береһе — 509,6 мең һум (уйынсыҡтар), икенсеһе — 500,6 мең һум (тәм-том).
Аукционда еңгән компания 16 декабргә тиклем министрлыҡҡа 2020 йылдың символын — 780 йомшаҡ уйынсыҡ тапшырырға тейеш. Ҡалай ҡумталағы татлы бүләктә — сәтләүекле шоколад, өҫтөнә шоколад сиробы ҡойолған шәкәрле печенье, грильяж һәм башҡа кәнфиттәр.
Тәм-том йыйылмаларын һәм уйынсыҡтарҙы республика Яңы йыл шыршыһында тапшыралар.
Читайте нас: