+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2019, 01:29

"Сәнғәт төнө-2019" һәр кемде көтә

3 ноябрҙә республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө-2019" акцияһы үтә.

3 ноябрҙә республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө-2019" акцияһы үтә. Унда музейҙар, китапханалар, клубтар, театрҙар, филармониялар һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары "Сәнғәт берләштерә" девизы аҫтында үҙ ишектәрен асып, һәр кемде сәнғәт донъяһына саҡыра.
Быйылғы сара Башҡортостандың һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышлана.
3 ноябрь кис халыҡты төрлө йүнәлештәге 90-ға яҡын музей һәм галереялар ҡаршылаясаҡ. Сәнғәт һөйөүселәргә 300-гә яҡын төрлө күргәҙмәләр ойошторола, байрам саралары үтә. Бынан тыш, әҙәбиәт ҡунаҡханаһы эшләйәсәк, шиғыр ятлаусылар конкурстары, флешмобтар уҙа.
Дәүләт театр-концерт берекмәләрендә Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған спектаклдәрҙән милли кейемдәр һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе эшләйәсәк, оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, спектаклдәр күрһәтеләсәк.
Китапханалар ҙа һәр кемде төрлө күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә көтөп ҡала.
Читайте нас: