Бәхетле билетты Дубайҙан осоп килеүсе Илнур Шәрипов һатып алған. Ул ғаиләһе менән сит илдәге ялдан ҡайтып килгән булған.
Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы хеҙмәткәрҙәре геройҙы тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. Бүләк рәүешендә авиакомпания уға Өфөнән үҙе теләгән ҡалаға һәм кире йүнәлештә түләүһеҙ осоуға сертификат тапшырҙы.
Шулай уҡ ул бушлай автомобиль ҡуйыу урынына һәм бизнес-залда хеҙмәтләндереү сертификатына эйә булған. Стюардессалар өс миллионынсы пассажирға баш ҡала аэропортында көтөүҙәрен самолет салонында уҡ хәбәр иткәндәр. Шуға ҡарамаҫтан Илнур Шәрипов үҙенең тулҡынланыуын йәшермәй.
Әйткәндәй, «Өфө» аэропортындағы өс миллионынсы пассажир былтырғы менән сағыштырғанда, бер айға иртәрәк теркәлгән. Тимәк, был авиабәйләнеш эшмәкәрлегенең юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтә. Йыл башынан республикала пассажирҙар ағымы 9 процентҡа артҡан.