+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2019, 20:44

Сираттағы йылытыу миҙгелендә беҙ яңы система буйынса түләйбеҙ

Ҡышҡылыҡҡа әҙер.

Ҡышҡылыҡҡа әҙер. Йылы өсөн йыл буйына түгел, ҡулланған айҙарҙа ғына. Быға тиклем Илеш, Баҡалы, Дәүләкән һәм Ҡыйғы райондарында ул пилот рәүешендә һыналды. Өфөлә миҙгел 23 сентябрҙә старт алды. Йылытыуҙа өҙөклөктәр булмаһын өсөн ҡаҙанлыҡтар яңыртыла, иҫкеләре заманса агрегаттар менән алыштырыла.
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге бишенсе ҡаҙанлыҡ ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Ҡаҙанлыҡ райондың өстән бер өлөшөн йылылыҡ менән тәьмин итә. Һәр фатир һәм предприятиелар, социаль учреждениеларға йылы барып етеүе юғары контролдә. Күптән түгел яңы агрегат килтерелгән.
Айрат Талипов, 5-се ҡаҙанлыҡ етәксеһе: “Бындай ҡаҙан беҙҙең бар. Ул экономиялы һәм файҙаланыуҙа уңайлы. Яңы ҡаҙанды ҡороп ултыртҡас йылы менән тәьмин итеү сифаты тағы ла яҡшырасаҡ”.
Ҡаҙанлыҡ Өфө инженер селтәрҙәре ойошмаһына ҡарай. Предприятие Дим, Киров,Совет һәм Ленин райондарындағы ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндерә.Сираттағы йылытыу миҙгелен улар тулы әҙерлектә ҡаршы алды.
Әлегә тиклем фатир хужаларына һалҡын ҡыш айҙарында ла, йәйге эҫелә лә йылылыҡ өсөн бер үк сумма түләргә тура килде. Фатир хужалары хәҙер батареялар йылы булған осор өсөн генә хаҡ түләйәсәк. Был яҡынса һигеҙ ай тирәһе. Ә бына йәй миҙгелендә уларға бер тин дә түләргә кәрәкмәйәсәк.
Марат Шәңгәрәев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: “Был йылытыу миҙгелендә яңыса система менән түләү башланды. Йыл әйләнәһенә түгел, фактик ҡулланыу өсөн түләү ҡарала. Ҡулланыусылар элек киренән иҫәпләүҙәргә дәғүә белдерә ине, хәҙер ул тарихта ҡала, шулай ҙа яҙ бер тапҡыр перерасчет буласаҡ әле”.
Күп ҡатлы йорт подвалдарында иҫәп ҡоролмалары ҡуйылған. Ай һайын тотонолған йылылыҡ күләме иҫәпләнеп һәр фатирға бүленәсәк. Сумма торлаҡтың күпме квадрат метр тәшкил итеүенә лә бәйле була. Быға тиклем билдәле норматив буйынса түләүҙәр алып барылһа, сарыф ителгән йылылыҡ өсөн факт буйынса иҫәпләшеү ғәҙелерәк тип һанала. Миҙгел тамамланғас ойошмалар «яңынан һанау», «коррекция» кеүек аңлашылмаған өҫтәп түләүҙәрҙе талап итә алмай.
Читайте нас: