Фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы 2020 йылдың йәйендә үк барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип хәбәр итә «Известия», Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Гутенёвҡа һылтанма менән.
Финанс министрлығы әҙерләгән закон проекты Рәсәй хөкүмәтенә тапшырылды. Декабрҙә уны Дәүләт Думаһына ҡарауға индереү күҙ уңында тотола.
Документҡа ярашлы, ҡайтарма алыу мөмкин булған максималь сумма — 120 мең һум. Йәғни һалым түләүселәрҙең 15,6 мең һумға тиклем НДФЛ-ды (13%) кире алыу, шул рәүешле фитнес-абонементҡа тотонған аҡсаһының бер өлөшөн ҡайтарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Яңы ҡайтарма ҡағылырға тейешле хеҙмәттәрҙең аныҡ төрҙәрен һәм ойошмалар исемлеген һуңыраҡ билдәләйҙәр.
Ҡайтарманың спорт сараларына барыуға (мәҫәлән, футбол уйындарына), шулай уҡ спорт ҡорамалдары һатып алыуға ҡағылмаясағы билдәле.
Эксперттар фекеренсә, фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы халыҡҡа ла, дәүләткә лә отошло. Ул кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнергә һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға дәртләндерергә мөмкинлек бирә. Ләкин льгота барлыҡҡа килгәндән һуң спорт ойошмалары хеҙмәттәргә хаҡты арттырыр тигән хәүеф бар.
Парламентарий фекеренсә, Дәүләт Думаһы Финанс министрлығының башланғысын хуплар. Тимәк, документ йыл аҙағына тиклем тәүге уҡыуҙы үтергә мөмкин. Йәғни 2020 йылдың йәйенә закон проектын ҡабул итеүҙәре ихтимал, тип белдерҙе Владимир Гутенёв.
Әммә, депутат иҫәпләүенсә, эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәргә фитнес-хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы ҡапларға тәҡдим итеү, ә бюджет аҡсаһын мохтаждарға социаль ярҙамға йүнәлтеү дөрөҫөрәк булыр ине.
Әлеге ваҡытта рәсәйҙәр түләүле медицина хеҙмәттәре, дарыуҙар, уҡыу һәм страховкалау өсөн сығымдарҙан 13% күләмендә социаль һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлы.
Йылына 120 мең һумға тиклем сығымдар буйынса НДФЛ-ды ҡайтарырға мөмкин.