2022 йылға Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесе билдәләнгән.
«Хеҙмәткә түләү дәүмәле динамикаһы инфляция темптарынан алдараҡ фаразлана», — тип билдәләне Башҡортостандың вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шишәмбе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырғанда.
Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылға реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% арта.
Фаразланған осорҙа эшһеҙлек кимәле түбәнәйеп, 2022 йылға 4,7% тәшкил итергә тейеш.