Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең секундына 20 метрғаса етәсәге хаҡында иҫкәртә. Ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә юлда тайғаҡ булыуы ихтимал тип хәбәр итә синоптиктар.
Ошоға бәйле, водителдәрҙе үтә лә иғтибарлы булырға, тиҙлек тәртибен боҙмаҫҡа, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда оператив дежур бүлегенә шылтыратырға була. Берҙәм телефон: 112.