"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тар белгесле табиптар бригадаһы республика район-ҡалаларына сығып халыҡтың һаулығын тикшерә. Бригада составында нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, ололар һәм балалар өсөн кардиолог, невролог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр бар.