+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 22:10

Башҡортостан ЮХХДИ-да хәүефле тәбиғәт күренеше хаҡында иҫкәрттеләр

Һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле автомобиль юлдарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килде.

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле автомобиль юлдарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ-һы начальнигы Динар Ғилметдинов хәбәр итте.
Ул водителдәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртте һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы.
«Тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡлағыҙ. Уйланылмаған манёврҙарҙың фажиғәгә сәбәпсе булыуы мөмкин икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙҙең именлегегеҙ — һеҙҙең ҡулда», — тип яҙҙы Динар Ғилметдинов.
Читайте нас: