+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 12:33

Башҡортостанда өс кеше янып үлгән

Бөгөн төндә Тәтешле районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде.

Бөгөн төндә Тәтешле районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Янғында 29 йәшлек әсә менән ике бәләкәй сабый һәләк булды. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Үрге Тәтешле ауылындағы шәхси йортта башланған янғын тураһындағы хәбәр төнгө 3.52 сәғәттә килә. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр, полиция һәм табиптар йүнәлтелә. Улар барып етеүгә 54 квадрат метр майҙанлы йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Уны һүндереүҙә 24 кеше һәм 11 берәмек техника ҡатнаша, янғынды тулыһынса 04.46 сәғәттә һүндереүгә өлгәшәләр.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында һәләк булғандарҙың кәүҙәһе табылды, улар: 1990 йылғы ҡатын, һигеҙ һәм ике йәшлек балалар. Ут һөҙөмтәһендә шулай уҡ өс өлкән ир зыян күрҙе. Улар Тәтешле үҙәк район дауаханаһына оҙатылды. Урында тәфтиш-оператив төркөм, тәүтикшереүсе һәм башҡа белгестәр эшләй”, – тинеләр ведомствола.
Читайте нас: