+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 12:16

Башҡортостанда тағы бер байрам өҫтәләсәк

Бының турала 4 ноябрҙә мәғлүм булды.

Бының турала 4 ноябрҙә мәғлүм булды.
"Башҡортостан" ДКЗ-һында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров артабан беҙҙә Милли костюм көнө буласаҡ тураһында белдерҙе.
- Уны рәсмиләштереү өсөн бар документтар әҙер, - тине премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары. - Яңы байрам республика халҡы өсөн бик әһәмиәтле буласаҡ. Уның менән төбәктә йәшәүсе 160-нән ашыу милләткә иғтибар итергә мөмкин.
Милли костюм көнөн йылына ике мәртәбә - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәреү ҡаралған тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: