Нарьян-Марҙағы фажиғәнән һуң Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин балалар баҡсалары һәм мәктәптәр буйынса яңы бурыс йөкмәтте. Оператив кәңәшмәлә мэр ҡаланың балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте тикшерергә ҡушты.
«Белем биреү ойошмаларында, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейеш тип күп тапҡыр әйткәнем булды. Видеокүҙәтеү системаһы, инеүҙе контролдә тотоу, һаҡ, ҡурҡыныс белдереүсе төймә – балаларыбыҙҙың именлеге һағында быларҙың барыһы ла бар. – Виталий Викторович (Дудко, Өфөлә Эске эштәр министрлығы идаралығы башлығы – ред.), Александр Дмитриевич (Овчинников, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры – ред.), – һеҙҙән иҫкәртеү эшен алып барыуығыҙҙы, шәхси һаҡ предприятиеларын тикшереүегеҙҙе һорайым», — тине Өлфәт Мостафин.
Хакимиәт 31 октябрҙә Ненец автономиялы округының баш ҡалаһында булған фажиғәне иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. 36 йәшлек иҫерек ир балалар баҡсаһына ингән һәм 6 йәшлек малайға бысаҡ менән сәнскән. Баланы ҡотҡара алмағандар. Билдәле булыуынса, балалар көндөҙгө йоҡоға талғас, учреждениеға сит кешенең ингән. Шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәре уны ата-әсәләрҙең береһе тип уйлаған һәм ишекте аса торған төймәгә баҫҡан.
Әлеге ваҡытта илдең күп кенә ҡалаларында балалар баҡсаларының хәүефһеҙлеген тикшерә башланылар. Башҡортостандың район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм мәғариф идаралығына белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлек кимәлен тикшерергә һәм анализларға ҡуштылар.