-9 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
5 Ноября 2019, 12:11

Яңы тыуған сабыйҙарға пособие түләү дауам итә

Республикала беренсе һәм шулай уҡ өсөнсө, унан да һуңғы тыуған балаларға ай һайын пособие түләү РФ Президенты күрһәтмәһе буйынса әҙерләнгән "Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү" Федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы дауам итә.

Республикала беренсе һәм шулай уҡ өсөнсө, унан да һуңғы тыуған балаларға ай һайын пособие түләү РФ Президенты күрһәтмәһе буйынса әҙерләнгән "Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү" Федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы дауам итә.
Пособиеға кемдәр хоҡуҡлы?
Ул 2018, 2019 йылдарҙа тыуған йә ғаилә тарафынан уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған балалар өсөн түләнә.
Тәүге сабыйға аҡса уға 1,5 йәш булғанса түләнә, өсөнсө һәм унан һуңғыға - өс йәш тулғанса.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко бына нимә ти:
- При подаче заявления на продление выплаты на детей, рожденных в 2018 году, необходимо знать, что документы следует обновлять один раз в год. Повторное назначение пособия осуществляется со дня подачи заявления, но не ранее истечения срока выплаты по предыдущему заявлению.
Әйткәндәй, тәүге бала өсөн пособие күләме - 9 182 һум. Ул, әлбиттә, бөтәһенә лә түләнмәй. Президент билдәләүенсә, уны алыу хоҡуғына ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килем 14 328 һум булғанда, йәғни йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырҙан да артмаған осраҡта, эйә булалар.
Өсөнсө һәм унан һуңғы балаға пособие - 8 993 һум. Был түләү ҙә айырым категория ғаиләләренә тәғәйен. Ҡыҫҡаһы, әҙ килемлеләргә ярҙам йөҙөнән ҡаралған.
Читайте нас в