2 декабрҙә милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана, тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Һүҙ, атап әйткәндә, милек, транспорт һәм ер һалымын түләү тураһында бара.
Ҡануниәткә ярашлы, рәсәйҙәр һалымды 1 декабргә тиклем түләргә тейеш.
Ләкин быйыл 1 декабрь – ял көнө, шуға күрә түләү ваҡыты дүшәмбегә күсерелә — һалымдар 2 декабргә тиклем түләнә, ошо көнгәсә бер ниндәй ҙә пеня юҡ.
Һалымды дәүләт хеҙмәттәре порталы аша түләргә мөмкин.