+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 11:15

адий Хәбиров 2020 йылда Башҡортостандың бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирҙе. Был хаҡта ул «Фейсбукта»ғы сәхифәһендә яҙҙы.
«Киләһе йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына быйылға ҡарағанда 1,6 миллиард һумға күберәк йүнәлтербеҙ, ә өс йылда эш хаҡы артыуы 9,7 миллиард һум тәшкил итер. Был өҫтәмәне һәр кем тойор. Киләһе йылда граждандарҙы социаль тәьмин итеүгә лә күберәк — 3,2 миллиард һум бүлербеҙ. Был республикала йәшәгән ике миллион кешелә туранан-тура сағылыш табыр», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров хәбәр иткәнсә, ихаталарҙы, подъездарҙы, лифттарҙы, һыу каналдарын ремонтлауға һәм тораҡ пункттарҙы яҡтыртыуға «14,1 миллиард һум ҡаралған, улар был проблемаларҙы көн тәртибенән тулыһынса тиерлек алырға тейеш».
«Һуңғы өс йылда республика льготалыларын дарыуҙар менән тәьмин итеүгә сығымдар 2,3 тапҡырға — 3,1 миллиардҡа тиклем арттырылды. Өҫтәүенә федераль бюджеттан ресурстар йәлеп итәбеҙ — 1 миллиард һумдан ашыу. Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар күләме, мотлаҡ медицина страховкалауы аҡсаһын иҫәпкә алып, 2020 йылда яҡынса 91 миллиард һум булыр», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылда Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән.
Читайте нас: