+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 11:45

Ҡала һәм ауылдарға яҡын урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителәсәк

Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, ҡала һәм ауылдарға яҡын урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителәсәк.

Таҙа Рәсәй таҙа ҡаланан башлана. Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, ҡала һәм ауылдарға яҡын урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителәсәк.
Бындай нөктәләр Өфөлә – 11, Нефтекамала – 5. 2024 йылға тиклем республикала тәртипһеҙлек һәм бысраҡ таратҡан нөктәләр ябыласаҡ һәм рекультивацияланасаҡ. Дәүләкәндә был өлкәлә эштәр башланып тора. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Ҡеүәтле трактор тапап үткәндән һуң меңәрләгән кубометр сүп күләме кәмеп, ергә һеңә. Урындағы халыҡ был сүплектең ҡасан асылғанын да аныҡ ҡына әйтә алмай. Әммә бөтәһе лә, башта ауыл, һуңынан ҡала сүплегенән тулы ҡеүәтенә файҙалана. Берҙән-бер сүплеккә тиҫтә йылдар дауамында ҡаты ҡалдыҡ ташыуҙан саманан тыш тулған.
Полигондар кеше йәшәгән ерҙән саҡрым ярымда урынлашырға тейеш. Ҡасандыр был сүплек нормативтарға тап килгән, әммә бөгөнгө көндә ҡала бик яҡынлашҡан. Шуға күрә лә уны ябыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
Дәүләкәндән тыш, Башҡортостандың тағы ла ете ҡалаһында: Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Благовещен, Ишембай һәм Салауатта 2024 йылға тиклем рөхсәтһеҙ сүплектәр ябыласаҡ һәм рекультивацияланасаҡ.
Илнур Шакиров, «Экология-Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры: “Халыҡ һорауы буйынса был сүплек рекультивацияланасаҡ. Әлеге ваҡытта 170 cамосвал балсыҡ килтерҙек”.
Cүп сығарыуға хаҡ башта 86 һум булһа, әлеге ваҡытта 70 һум тәшкил итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төбәктә хаҡтар төшөрөлдө. Был эштәр төбәк операторы хеҙмәттәренә ҡағылмай. Улар башҡа объекттарҙа экономиялы эшләү иҫәбенә башҡара. Гектар ярым сүплектең етмеш проценты күмелгән. Инвестор ошо ерҙән саҡрым ярым йыраҡлыҡта ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортировкалау һәм эшкәртеү заводын да төҙөйәсәк.
Дәүләкән ҡалаһына бик яҡын урынлашҡан был полигон тиҙҙән ябыласаҡ. Әлеге ваҡытта сүплеккә 170 самосвал балсыҡ һалынған. Тирә-яҡҡа ауыр еҫ таралмай, санитар торош та бер ни тиклем яҡшырған. Инженер һәм рекультивация эштәрен башҡарыуға проект әҙерләнә. Йыл аҙағына республика ҡалаларына яҡын урынлашҡан тағы ла 6 рөхсәтһеҙ сүплектә проект эштәре башланасаҡ тип көтөлә.
Читайте нас: