-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
7 Ноября 2019, 18:30

Автомобилдәр һатыу буйынса төбәктәр араһында өсөнсө урындабыҙ

Башҡортостан Рәсәй автомобилдәрен һатыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде.

Башҡортостан Рәсәй автомобилдәрен һатыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде.
Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә республикала 13,4 мең илебеҙ автомобиле һатылған, тип белдерҙе «Автостат» аналитика агентлығы. Был Рәсәйҙә Һамар өлкәһенән (15,5 мең машина) һәм Татарстандан (14,6 мең) ҡала өсөнсө күрһәткес.
Агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылдың 9 айында илебеҙҙә сығарылған яңы еңел автомобилдәр баҙары күләме Рәсәйҙә 258,7 мең берәмек тәшкил иткән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 2 процентҡа күберәк.
Илдең автомобиль сәнәғәте популярлыҡ менән файҙаланған биш төбәк араһында Мәскәү (10,3 мең дана) һәм Свердловск (9,2 мең дана) өлкәләре лә бар. Тәүге унау исемлеге аҙағында Санкт-Петербург һәм Мәскәү, уларҙа 2019 йылдың туғыҙ айында 7,6-шәр мең Рәсәй машинаһы һатылған.
Читайте нас в