+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 12:25

«Еңеү» марафоны

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығын байрам итер алдынан Өфө ҡалаһында «Еңеү» марафоны старт ала.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығын байрам итер алдынан Өфө ҡалаһында «Еңеү» марафоны старт ала.
«Еңеү» республика марафоны 2019 йылдың ноябренән 2020 йылдың майына тиклем «Еңеү салюты» Республика халыҡ ижады сиктәрендә үткәрелә һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарын һәм ҡала округтарын яулай. Республика марафоны символикаһы: «Еңеү» штандарты һәм «Мәңгелек ут» капсулаһы.
Марафон 7 ноябрҙә 12.00 сәғәттә Өфө ҡалаһының Еңеү паркында Рәсәйҙә Хәрби дан көнөндә старт ала. 1941 йылдың тап ошо көнөндә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тантаналы парад була, ул бөтә донъяға Мәскәүҙең фашистарға бирешмәйәсәген күрһәтеү маҡсатында үткәрелә.
«Еңеү» республика марафонының төп бурысы – тарих миҫалында йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, уларҙы өлкән быуын тәжрибәһенә ылыҡтырыу, Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү.
Марафон программаһына тантаналы митинг, «Еңеү» штандартын Борай районына тапшырыу, артабан Башҡортостан Республикаһының муниципаль ойошмаларына тапшырыу өсөн «Мәңгелек ут» капсулаһын 1941-1945 йылдарҙағы РККА атлы төркөмөнә тапшырыу, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу.
Марафонды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика Хәрби Дан музейы.
Читайте нас: