+2 °С
Болотло
«2019 йылда тотош илебеҙ менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт драматургияһының аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын һәм бер үк ваҡытта Театр йылын билдәләйбеҙ, — тине проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова. — Мин, ошо проекттың авторы һәм етәксеһе булараҡ, шиғри бәйгене актерҙар һәм режиссерҙар араһында үткәрергә булдым. Был минең өсөн бик мөһим ине, сөнки, минеңсә, театр тамашасыһы һәм Театр Ғали йәнәптәре быйыл айырым иғтибарға лайыҡ. Проектыбыҙҙы яратыусылар был ҡарарҙы аңлап ҡабул итер тип ышанам».
«Йөрәк һүҙе» проекты халыҡ трибунаһына әүерелгән тиергә мөмкин. Форматы — дуэль, алыш, унда еңеүсе һәм еңелеүсе булырға тейеш, — ти Наилә Сәфәрғолова. — Маҡсатым — башҡорт телен пропагандалау һәм популярлаштырыу, уны яҡлау. Ошондай сараны исем өсөн түгел, ә ысын йөрәктән уҙғарырға кәрәк. Шуға ла «Йөрәк һүҙе»ндә талаптар юғары, шарттар ҡатмарлы һәм, әлбиттә, лайыҡлы бүләктәр».