-21 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
7 Ноября 2019, 11:05

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана.

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана. Әлеге ваҡытта эштәр 99 процентҡа башҡарылған. 5 ноябрҙә аграрийҙар 1 миллион 723 мең мең тамыраҙыҡ ҡаҙып алған, был былтырғыға ҡарағанда 300 мең тоннаға юғарыраҡ. Төбәктә уртаса уңыш бер гектарҙан 367 центнер тәшкил итә, был да уҙған йылға ҡарағанда күберәк (гектарынан 315 центнер).
Татлы культуранан иң бай уңышты Бүздәк һәм Шишмә райондарында алғандар. Уларҙың һәр береһендә аграрийҙар 200 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр ҡаҙған, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Егерме бер райондың 12-һендә тамыраҙыҡ йыйыу тамамланған.
Читайте нас в