-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 19:15

Башҡортостанда халыҡтың яртыһы алдағы 3-4 йылда дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеүгә ышанмай

Хед Хантер агентлығы ошондай темаға интернет ҡулланыусылар фекерен белешкән.

Хед Хантер агентлығы ошондай темаға интернет ҡулланыусылар фекерен белешкән. Респонденттарҙың күбеһе эш хаҡы һаҡланған осраҡта ғына, дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсергә риза. Өҫтәмә ял көнөнә килгәндә, фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 64 проценты йоманы һайлаған. Улар ғаилә менән күберәк ваҡыт үткәрергә йәки йорт мәшәҡәттәре менән булырға теләй.
Иҡтисад фәндәре докторы, хужалыҡ етәксеһе Зифҡәт Сәйетғәлиев әйтеүенсә, иң мөһиме етештереүҙе үҫтерергә кәрәк.
Медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллина фекеренсә, дүрт көнлөк эш аҙнаһына күскән осраҡта, өҫтәмә ялды файҙалы үткәрергә кәрәк.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү тәҡдимен еткерҙе. Бойондороҡһоҙ Профсоюздар федерацияһы ошондай хәлдә эш хаҡын мотлаҡ һаҡлап ҡалырға талап итте.
Читайте нас: