«Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы фильмын режиссер Александр Галибин Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрҙө. Таҫма повесть авторы – башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылдың 19 сентябрендә экранға сыҡты.