-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 00:10

Табиптарҙың күсмә бригадаһы Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап табиптарҙың күсмә бригадалары эшен ойошторҙо.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап табиптарҙың күсмә бригадалары эшен ойошторҙо. Йыл аҙағына тиклем ҡабул итеү графигы ведомство сайтында баҫылып сыҡты.
Тар йүнәлешле күсмә бригада составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог һәм офтальмолог инә. Табип бригадары эшендә тәүгә «Әсә һәм бала» клиник госпитале белгестәре ҡатнаша.
2019 йылда эш графигы түбәндәгесә:
5 ноябрҙән 8-енә тиклем бригада Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эшләй,
11-15 ноябрҙә — Баймаҡта,
18-22 ноябрҙә — Белоретта,
25-29 ноябрҙә — Бөрөлә,
2-6 декабрҙә — Дүртөйлөлә,
9-13 декабрҙә — Ишембайҙа,
16-20 декабрҙә — Күмертау ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында,
23-27 декабрҙә — Мәләүез үҙәк район дауаханаһында.
Ҡалған райондарға табиптар 2020 йылда килә.
Читайте нас: