-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
8 Ноября 2019, 11:45

Ял көндәрендә республикала 10-15 градусҡаса һыуыта

Ял көндәрендә республикала һиҙелерлек һыуыта, тип иҫкәртә Башгидромет.

Ял көндәрендә республикала һиҙелерлек һыуыта, тип иҫкәртә Башгидромет.
Республика синоптиктары мәғлүмәте буйынса, бөгөн болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ямғыр, төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ — 1-6 градус йылы.
Шәмбе бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ – минус 2-нән плюс 3 градусҡа тиклем.
Йәкшәмбе яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән йомшаҡ.
Һауа температураһы төндә — минус 1-ҙән 6 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 10-15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ йылыраҡ – минус 4-тән плюс 1 градусҡа тиклем.
Читайте нас в