+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 22:40

“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа – сертификат

Республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла башланы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла башланы.
Был ярҙам менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр файҙалана ала.
Сертификаттар 60 һәм 100 мең һумлыҡ ике номиналда бирелә. Документты юллау өсөн күп функциялы үҙәктәргә 11 ноябрҙән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: