-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 18:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡатмарлы һауа шарттары тураһында иҫкәртә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡатмарлы һауа шарттары тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 11 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 12 ноябргә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән быҫҡаҡлап ямғыр һәм ҡар яуа, боҙлауыҡ, томан, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға етә. Һауа температураһы төндә 0,-5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ -1,+4.
Юлдарҙың айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге насарая.
Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан, боҙлауыҡ, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -1,-3, көндөҙ +1,+3 градус.
Читайте нас: